Республика башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов белдереүенсе, Махсус хәрби операция биләмәһендә сығыш яһаған артистар, шағирҙар ир-егеттәрҙең рухын нығыта”, - тине ул.
“Беҙҙә концерттар йыш ойошторола. Йыр-моң яралы һалдаттарҙың кәйефен күтәрә”, - ти Луна ҡушаматлы яугир. Ул “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хеҙмәт итә.
Республикала Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Уны илдең Оборона министрлығы, Башҡортостан хөкүмәте һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ойоштора. Сара “Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек” девизы аҫтында үтә.




