“Армия мәҙәниәте көндәре” барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре Башҡортостан ҡалалары һәм райондары музейҙарына бушлай инә ала. 27 августҡа тиклем дауам иткән сарала шулай уҡ патриотик акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, викториналар уҙа. Музейҙарҙың программаһы бай йөкмәткеле. Салауат картиналар галереяһында “Ҡала тарихы- билдәләр һәм медалдәр” күргәҙмәһе эшләй. Илеш районында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейында иртәгә самолет макеттарын яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған. Бөрө тарихи музейында “һалдат әйберҙәре” акцияһы үтә.




