МХО ветераны Оскар Ситдиҡов Радий Хәбировтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде

 Ул “Геройҙар ваҡыты”  федераль белем биреү программаһының беренсе ағымында ҡатнаша, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә. Оскар Ситдыҡов  Белорет районының Үҙәнбаш ауылында тыуған. Мәктәптән һуң Санкт-Петербургта Хәрби элемтә академияһына уҡырға инә. Хәрби программист һөнәренә уҡый, хәрби разведка йүнәлешен һайлай. Сығарылыштан һуң Бүрәт Республикаһында  хеҙмәт итә. Сүриәлә һәм Донбаста махсус хәрби операцияларҙа ҡатнаша. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.

Фото №1 - МХО ветераны  Оскар Ситдиҡов Радий Хәбировтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ