Совет майҙанында Рәсәй Оборона министрлығының ижади коллективтарының “Беҙҙең маяҡтар” патриотик концерты башланып тора. Унда Сибай филармония егеттәре лә ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флорид Бирғәлин да бар.
Республикала “Армия мәҙәниәте көндәре” дауам итә. Хәрби фронт бригадаларында хеҙмәт иткән һалдаттар республика ҡалаларында, ветерандар госпиталендә концерттар ҡуя. Бөгөн Күмертау ҡалаһында Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамбле концерт тәҡдим итә.




