Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурста төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар сығыш яһай ала. Ярымфиналда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә. Иртәгә финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә.




