Армия мәҙәниәте көндәре барышында “Звезда” телеканалы журналисы Ирины Лосик менән фекер алышыу үтте. “Бөгөн беҙгә мәғлүмәти һуғышҡа ҡаршы тороу бурысы йөкмәтелгән”, - тине ул.
Бөгөн беҙҙең телерадиокомпания журналистары ла махсус хәрби операция барышын күҙәтә. БСТ телеканалы журналистары Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев һәм водитель Иван Шабрин әле фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә эшләй.
“Бер төркөм коллегаларыбыҙ доброволецтар сафына баҫты. Һөнәрҙәштәребеҙ хәрби хәбәрсе булараҡ уңышлы эшләй”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов. Әйткәндәй, бөгөн ул да эш сәфәрендә – Запорожье өлкәһендә.
Вәдүт Исхаҡов үҙе лә фронтҡа ярҙам итә. Ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән һөнәрҙәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшинға дрон тапшырған.




