“Рәсәй. Донбасс. Махсус хәрби операция” исемле күргәҙмә Армия мәҙәниәте көндәре барышында ойошторолдо. Экспозицияға хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән килтерелгән 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Ҡорал өлөштәре, хәрби форма, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, трофейҙар урынлаштырылған. “Тарихи хәтерҙе һаҡлау мөһим”, - ти Рәсәй Оборона министрлығы мәҙәниәт департаманетының мәҙәни программалар бүлеге етәксеһе Ольга Фаллер.
Хәрби дан музейында ойошторолған экспозция менән 27 авгусҡа тиклем танышырға була.





