Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты

«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты.

Махсус хәрби операция башланыу менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкаларға сыға башланы, объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә БСТ телеканалы журналистары ла әүҙем ҡатнаша. Әле «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев алғы һыҙыҡтан башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы тураһында репортаждар әҙерләй. Тележурналист Гүзәл Хәмитова ла махсус хәрби операция биләмәһендә даими эшләй, коллегабыҙҙың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеге Рәсәй оборона министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Әлеги шарттарҙа йәмғиәттә хәрби хәбәрселәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Журналистар мәғлүмәт фронтының алғы һыҙығында тора. Был алыш көндән-көн ҡатмарлаша, бер ниндәй әхлаҡи принциптарҙы үҙ итмәгән дошманға тик берҙәм көс, дөрөҫлөк менән генә ҡаршылыҡ күрһәтә алабыҙ.

Ирина Лосик, «Звезда» телеканалы алып барыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ