Өфөлә «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте. «Армия мәҙәниәте көндәре» программаһына ярашлы уҙғарылған сарала танылған яҙыусылар, китап авторҙары уҡыусылары менән осрашып, ижади эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.

Ҡунаҡтар араһында Санкт-Петербургтан фротовик шағир, махсус хәрби операция ветераны, «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» әҙәби, мәҙәни-мәғариф проекты етәксеһе Алексей Преснаков та булды. Башҡортостан Милли китапханаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән замандашыбыҙ «Һалдат эше», «Мариуполь» һәм башҡа билдәле шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Шиғриәт сәғәтендә ҡатнашҡан һәр кем үҙенең ижады менән таныштыра алды, сара аҙағында илһөйәрлек шиғриәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә берҙәм саралар ойоштороу буйынса яҡын киләсәккә пландар ҙа билдәләнде.

«Еңеү шиғырҙары» шиғриәт сәғәтендә коллегаларым менән бергә махсус хәрби операцияға арналған әҫәрҙәребеҙҙе уҡыныҡ. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың көнкүреше нисек, уй-кисерештәре һәм хыялдары ниндәй? Әҫәрҙәремдә ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышам. Шулай уҡ бөгөн тыныс тормошҡа арналған шиғырҙар шәлкеме лә яңғыраны.

Алексей Преснаков, шағир, махсус хәрби операция ветераны, «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» Бөтә Рәсәй әҙәби, мәҙәни-мәғариф проекты етәксеһе
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ