Төбәктә Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә

Саралар Өфөлә генә түгел, республика райондарында һәм ҡалаларында ойошторола. Екатеринбург ҡалаһынан килгән Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле гастролдәр менән Күмертауҙа булды. Коллективта Башҡортостанда тыуып-үҫкән бер нисә артист эшләй. Беҙгә тыуған яҡта сығыш яһау айырыуса мәртәбәле, ти улар. Күмертауҙан тыш, йыр һәм бейеү ансамле Нефтекама, Салауат һәм Октябрьский ҡалалары халҡын концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.

Армия мәҙәниәте көндәрендә Әлшәй районынан махсус хәрби операция яугиры кәләш алды. Яҡташыбыҙ отпускыға ҡайтҡан арала, мөмкинлектән файҙаланып, һөйгән йәре менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ