Закон проекты Дәүләт Думаһының тәүге уҡыуында хуплау тапҡайны. Һүҙ водитель таныҡлығын һәм автомобилдең регистрация номерҙарын биреү тураһында бара. Уға ярашлы, водитель таныҡлығы өсөн 2 мең урынына, 4 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Дәүләт номерын алыу 3 мең һумға төшәсәк. Тарифтар мотоцикл һәм прицеп хужалары өсөн дә арта. Шулай уҡ сентябрҙән медицина күрһәтмәләре һәм транспорт саралары менән идара итеүгә сикләүҙәр үҙ көсөнә инәсәк.
Үҙгәрештәр автомәктәптәргә лә ҡағыласаҡ. Атап әйткәндә, теоретик дәрестәрҙә «хәүефле йөрөтөүгә», шәхси мобиль саралар менән ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.



