Башҡортостанда вейптар һатылыу тулыһынса тыйылыуы ихтимал

Шыйыҡсаны йылытып, һулау өсөн аэрозолгә әйләнгән препарат никотин бәйлелеге тыуҙыра. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә һәм мейе үҫешенә кире йоғонто яһала. Быйыл Рәсәйҙә вейптар һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы тәҡдим иткән закон проекты индерелде. Ҡануни башланғыс шыйыҡсаны үҫмерҙәргә һатыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.

Электрон тәмәке йәки вейптар тартыу эҙһеҙ үтмәй. Улар хәүефһеҙерәк, тигән уйҙырма ялған дәлил. Ысынында вейптар хроник сирҙәргә сәбәпсе була, организмға насар йоғонто яһай.

Алһыу Монасипова, врач-пульмонолог

Белгестәр әйтеүенсә, вейп тартҡан кешеләрҙә сәбәпһеҙ ҡыҙып барыусан була, уларҙың аппетиты арта һәм йоҡоһоҙлоҡтан интегәләр. Электрон тәмәке һәм вейптар составаында 30 төрлө хәүефле матдәләр бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ