Муниципалитеттың мәғариф системаһына 43 учреждение ҡарай. Коррекция мәктәп-интернаты һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы ла-улар иҫәбендә. Белем усаҡтарында Шайморатов кластары уңышлы эшләй, балалар баҡсаларында ла кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү эше яйға һалынған. Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныша алды, майҙанда төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Конференцияла ҡатнашыусылар 1 сентябрҙән үҙ көсөнә ингән мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, федераль министрлыҡ тарафынан раҫланған яңы ҡарарҙар меннә танышты.



