Яңы уҡыу йылына балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән. 2015 йылда сафҡа ингән 2-се балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртыла, аҙыҡ блогы өсөн канализация селтәре һуҙыла. Эштәрҙе башҡарыуҙа ата-әсәләр ҙә ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһының 9 төркөмөндә 200-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Улар өсөн 14 түңәрәк эшләй.



