«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» конкурсы үтә

«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсы үтә. Быйыл илдең 31 төбәгенән 232 ҡатнашыусы заявка ҡалдырғайны. Финалға 19 бәйгесе сыҡҡан. Бүләкләү фонды 1 миллион һум тәшкил итә.

Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә арналған. Еңеүселәр «Йыр авторы», «Композитор», «Һүҙҙәр авторы» номинацияларында билдәләнә. Бәйгенең баһалама комиссияһын Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ