Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивале еңеүселәре асыҡлана

Совет майҙанында конкурстың Гала-концерты уҙа. Быйыл ижади бәйгегә илдең 30-ҙан ашыу төбәгенән ғариза ҡабул ителгән. Финалға 19 композитор һәм автор-башҡарыусы һайлап алынған. “Мәҙәниәт армия һәм йәмәғәт араһында күпер булдырырға тейеш”, - тип белдерҙе жюри рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина.

Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивале еңеүселәре асыҡлана

“Фестиваль - патриотик рух тәрбиәләй, илһөйәрлекте сағылдыра”, ти Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор, баһалама комиссияһы ағзаһы Нур Дауытов.

Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивале еңеүселәре асыҡлана

“Геройҙар дәүере" Бөтә Рәсәй патриотик конкурсы 4-се тапҡыр  уҙғарыла. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Быйыл сара Армия мәҙәниәте көндәре барышында ойошторола. Бөгөн тамашала “Рубин йондоҙо” фронт бригадаһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Каормухинаның сығышы көтөлә.

Фото №1 - Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йыр фестивале еңеүселәре асыҡлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ