Был турала хөкүмәт ултыршыында белдерелде. Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, ошо өлкәгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Март айынын мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүсе һәр ветеран менән куратор эшләй башланы. Ярҙам буйынса бөтә эш контролгә алына. Бөгөн 2 мең 205 кеше иҫәпкә ҡуйылған, 1 мең 415 махсус операция ветераны хеҙмәт урыны тапҡан тине ул. Шулай уҡ мәғариф сертификаттары бирелә. Бындай ярҙамға эшһеҙҙәр, декрет ялындағылар, пенсионерҙар, махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре хоҡуҡлы.




