Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе умартасы махсус хәрби операцияға башҡорт балы ебәрә

Алғы һыҙыҡҡа ул 200 килограмдан ашыу татлы ризыҡ оҙатҡан. Николай Васильев-хәрби бәрелештәр тураһында ишетеп кенә белмәй, шуға күрә яугирҙарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай. Умартасы менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яҡын арала бал ҡорттарын ҡышлау осорона әҙерләү буйынса саралар күреләсәк. Әлегә йәй буйына йыйылған татлы ризыҡты бороу, уларҙы банкаларға тултырырыу эше әүҙем бара. Умартасы Николай Васильев билдәләүенсә, үткән йылдарға ҡарағанда быйылғы уңыш яҡшыраҡ һәм күберәк.

Николай Васильев умартасылыҡ менән бала саҡтан таныш. Ғаиләбеҙ гел бал ҡорттары тота торғайны, ти ул. Шәхсән үҙе 30 йыл элек, хаҡлы ялға сыҡҡас ихатаһында тәүге умарта ултырта. Әле уларҙың һаны 50-гә еткән. Быйыл алған тәүге уңышты ул махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрә. Венгрия һәм Чехославакияла хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яугирҙарҙың татлы ризыҡҡа ихтыяжын яҡшы аңлай.

Махсус хәрби операцияға татлы гуманитар ылауҙы ул Шайморатов ирекмәндәр штабы аша оҙата. Әле умартасы 200 килограмдан ашыу бал ебәргән. Ә ул 100-ҙән ашыу банка. Был юлы бал менән бергә, тәбиғи антибиотик һаналған ризыҡты ла ебәрмәксе.

Балауыҙ төрлө витамин һәм файҙалы матдәләргә бай. Ул ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәлеген яҡшырта, тамаҡ сирҙәрен дауалай һәм яраларҙың тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә. 79 йәшен ҡаршылаған Николай Васильев алғы һыҙыҡҡа бал оҙатыуҙы изге бурыс һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға мөһим өлөш тип һанай.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ