Радий Хәбиров ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "Башҡортостан телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте "Юлдаш" радиоканалының 25 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу комитеты булдырыла. "Юлдаш" радиоһы 2000-се йылдың 25 сентябренән эшләй.




