Радий Хәбиров Белоруссия премьер-министры урынбаҫары Виктор Каранкевич менән осрашҡан. Әңгәмәлә ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһе ҡаралған. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. “Бындай осрашыуҙар даими уҙғарыла. Беҙ Белоруссия менән сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу алдағы пландарҙың береһе. Ул көҙ үтә”, - тигән Радий Хәбиров.




