Йәштәр эштәре буйынса агентлыҡ һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Башҡортостанда 9 проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллион 900 мең һумдан ашыу аҡса бүленә. Микрогранттар конкурсы йыл һайын уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар социаль башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 300 мең һумға тиклем грант ала.




