Башҡортостан башлығы янындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырыш үтте. Республика етәксеһе белдереүенсә, беҙҙә "Ғаилә" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре", "Пушкин картаһы" федераль программаларында әүҙем ҡатнаша. - Быйыл Яҙыусылар союзы менән ҙур эш башҡарылды. Бина ремонтланды, "Яҙыусылар скверы" булдырылды. Өсөнсө тапҡыр юғары кимәлдә Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойошторҙоҡ. Икенсе тапҡыр Уйындар һәм уйынсыҡтар фестивален уҙғарҙыҡ, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан етәксеһе "Урал Батыр эпосы" көнө, Ҡурай көнө булдырылыуын да билдәләп үтте.





