Стәрлебаш районы Первомайский ауылында модулле мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылды. Ул республика бюджеты иҫәбенә төҙөлгән. Шулай уҡ Үрге Ҡыйғы, Үрге Тәтешле, Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында яңы китапханалар эшләй башланы. Улар "Ғаилә" милли проекты буйынса йыһазландырылған. Объекттарҙы асыу тантанаһында видеоэлемтә аша Радий Хәбиров ҡатнашты. - Ауылдарҙа бындай учреждениелар төҙөлөшө яҡшы күренеш, - тип белдерҙе ул.





