Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе «Воскресенский собор» Хәйриә фондының икенсе ултырышында ҡатнашты. Сиркәүҙең төп залында эшселәр электр тәьминәте системаһын һәм янғын сигнализацияһын монтажлай, стеналар штукатурлана, көмбәҙ нығытла, стилабот менән миһрап өлөшөнә гидроизоляция уҙғарыла. Техник эш ябайҙан түгел, шуға күрә төҙөлөш тә бер нисә йыл дауам итеүе ихтимал. Собор оҙайлы ваҡыт консервацияла булған, бинаны тикшереү һәм конструкцияларға экспертиза ойоштороуға өҫтөнлөк бирелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сиркәүҙе тергеҙеү буйынса ҡарар былтыр декабрҙә ҡабул ителгән. Закон буйынса дини объекттар дәүләттән рәсми рәүештә айырылған. Шуға күрә барлыҡ эштәр ҙә бағыусылар һәм мәхәллә кешеләр аҡсаһына төҙөлә. Бинаға етди тикшеренеүҙәр уҙғарылған, төп конструкцияларҙың ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булыуы асыҡланған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алда күп бурыстар ҡуйылыуын, соборҙың мотлаҡ рәүештә сафҡа индерәләсәген билдәләп үтте.



