621-се дивизион яугирҙары Покровск йүнәлешендә һөҙөмтәле һуғыша

621-се гаубица-артиллерия дивизионында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровск йүнәлешендә дошман нығытмаларын тар-мар итә. Мобилизацияланған яугирҙар теүәл атыу менән пилотһыҙ осоу апараттары асыҡлаған нацистар тупланған ерҙе юҡ итте. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Хәрәкәт итеүсе дошман техникаһын эшлектән сығарыу артиллеристарҙан юғары оҫталыҡ талап итә. Ләкин «Заман» ҡушаматлы яугир өсөн был мәсьәлә лә хәл итмәҫлек түгел. Иң мөһиме бронетехниканы туҡтатыу, һуңынан инде төҙ атыуҙар менән юҡҡа сығарып та ҡуялар.

Армияла ракета ғәскәрҙәрендә алған тәжрибә артиллерия дуэлендә лә ныҡ ярҙам итә, ти яҡташыбыҙ. Бөрйән һунарсыларының мәргәнлек данын ул яу ҡырында ла нымыҫ менән яҡлай.

Гаубица үҙйөрөшлө артиллерия ҡоралдарынан айырмалы атыуҙан һуң урынын алмаштыра алмай. Шуға ла улар дошман ҡоштары асыҡламаһын өсөн мөкин тиклем һаҡ, йәшерен эш итә. Алғы һыҙыҡтағыларға һыу, аҙыҡ-түлекте, боекомлектты ла тәьминәт ротаһы ташый.

621-се гаубица-артилерия дивизионында башлыса Башҡортостан һәм Татарстан егеттәре хеҙмәт итә. Бер дошманға ҡаршы көрәшкәндә туғандаш халыҡ яугирҙары яурыны ныҡлы терәк, ти ут күршеләр ҙә.

Артиллерия аҡыл, теүәл иҫәп, тәртип талап иткән ғәскәр. Тиҙ арала координаталарҙы һанап сығарып атыу ғына һөҙөмтәләргә килтерә. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ был бурысты теүәл һәм намыҫ менән үтәй.

«Заман» иһә бәрелештәр һыҙығындағы эшенән һуң ротацияға сыҡты. Ул ғына ла түгел, яҡшы хеҙмәте өсөн командование яҡташыбыҙҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға, тыуған яҡтарына ҡайтарҙы. Бытырға ла ла бит ял кәрәк.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ