Ғафури районы диндарҙары Үзбәк ауылының «Ихлас» мәсетенә семинар-кәңәшмәгә йыйылды

Районда эшләп килгән 25 мәсет араһында «Ихлас» мәсетенә йөрөүселәр берҙәмлеге менән айырылап тора. Дини байрамдар булһынмы, алғы һыҙыҡтағы махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүме-Үзбәк ауылы кешеләре хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Диндарҙар ауыл йәштәренә рухи һәм әхләҡи тәрбиә биреүгә лә күп иғтибар бүлә. Мәсеттә көн һайын биш тапҡыр аҙан әйтелеүен дә ауылдаштар ғорурланып телгә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ