Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы мул булыр тип көтөлә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Әле төбәктә сөгөлдөр татлы тамыр ултыртылған 15 райондың етәүһендә ураҡ эштәре бара. Бөгөнгә 40 мең тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 478 центнерға етә. Шишмә шәкәр заводында һәм «Раевсахар» компанияһында сеймалды эшкәртеү башланған. Ике заводта ике миллион тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртеү планлаштырыла.

Шишмә заводы тәүлегенә 6 мең, Раевка предприятиеһы 5 мең ярым тонна продукция эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Күп йыллыҡ тәжрибәнән күренеүенсә, республика талап ителгән шәкәр күләменән 5-7 тапҡырға күберәк продукция етештерә.

Быйыл да күрһәткестәр яҡшы булыр тип ышанабыҙ. Үҙебеҙгә етерлек шәкәр етештереп, продукцияны экспортҡа оҙатыу күҙаллана. Баҫыуҙарҙа бөртөклө культураларҙы урып-йыйыу эше лә дауам итә. Һауап шарттарына ҡарамаҫтан, бөгөнгә аграрийҙар миллион ярым тоннанан ашыу иген йыйып алды. Гектар уңдырышлылығы 32 центнер. ауыл эшсәндәре аяҙ һәр минутты файҙаланып ҡалырғатырыша. Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм, тип яҙған төбәк еҫтәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ