Иглин районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте. «Мансур» ҡушаматлы яугир 2006 йылдан алып хәрби тормошо алып бара. Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби заданиелар үтәгән. Бөгөн хәрби һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Иглин ирекмәндәре штабта яугир өсөн экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы. Күңел йылыһы менән үрелгән маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәрҙе «Мансур» алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә алып барасаҡ.
Охлебинин ауылында «Космос» ҡушаматлы яугир менән осрашыу ойошторолдо. Яугир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юлланған. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөгәндән һуң, Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған. Алғы һыҙыҡта ул тиҫтәләрсә яраланған һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарған.



