Сибайҙа «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы башлана

4 сентябрҙән алып 6-һына тиклем Сибай «Урал арьяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы форумын ҡабул итә. Әлеге ваҡытта инвестиция һабантуйында ҡатнашырға теләүселәрҙән меңдән ашыу заявка килгән. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнашыуы көтөлә.

Урал арьяғына туристарҙы күпләп йөлеп итеү алымдарын Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалған Рәис Ғәбитов тәҡдим итәсәк. Ер аҫты байлыҡтарын рациональ ҡулланыу, урман сәнәғәтен үҫтереү, инвестиция хеҙмәттәшлеге кеүек эшлекле программанан тыш, Бөтә донъя һөнәрҙәр советынан Өфөгә халыҡ кәсептәре баш ҡалаһы исемен биргән комиссия ла эшләйәсәк.Сибайҙа борон-борондан таш сығарыу һәм уның менән бергә эшкәртеү сәнғәте үҫешә. Комиссия ағзалары йәшмә сығарылған карьерҙы, таш ҡырҡыусыларҙы әҙерләгән колледжды һәм башҡа объекттарҙы ҡарарға ниәтләй. Форумда Сибай таш һырлау сәнғәте баш ҡалаһы исемен йөрөтөүгә дәғүә итәсәк. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт ангентлығында уҙған брифингта Башҡортостан тышҡы бәйләнештәр һәм конгрес эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

Бөтә донъя һөнәрҙәр комиссияһы эшмкәрлеге сиктәрендә «Яңы илселек» секцияһы эшләйәсәк. Был дипломатияның бик һирәк төрө, Башҡортостанда табылған таштар тирәләй булдырыласаҡ уникаль дипломатия. Таштарҙы өйрәнеү аша хеҙмәттәшлек итеү һәм аралашыу даирәһе лә артасаҡ.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ