Ҡойо, балалар уйын майҙансығы һәм ял зоналары. Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Ҡул оҫталарының береһе Рәлиф Гәрәев тураһында киләһе яҙмала.
Ҡар таҙартыу булһынмы, үлән сабыумы-Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылы зыяратында һәр ваҡыт тәртип. Рәлиф Гәрәев хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, өмә кеүек сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәсет эргәһендә ҡойо төҙөү башланғысы ла урындағы халыҡ тарафынан күтәреп алынған.
Рәлиф Гәрәев тракторсы ла, малсы ла, иретеп йәбештереүсе лә булып эшләгән. Ағас менән дә, тимер менән дә оҫта эш итә. Һәр эше-күңел йылыһы, сабырлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ емеше. Тормош иптәше менән бергә баҡса эшен дә уңышлы алып баралар.
Өлгөлө ғаилә ауыл ерлегендә уҙғарылған барлыҡ байрам сараларында, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Рәлиф Ғәрәевтың биләмәне төҙөкләндереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тәкәрлек ауылы старостаһы Зөләлә Шәйхетдинова билдәләүенсә, урындағы халыҡ берҙәмлеге менән көслө.
Гәрәевтар ғаиләһе билдәләүенсә, тормош йәме хеҙмәттә. Тырышлыҡ менән генә йәшәү сифатын күпкә яҡшыртырға мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина



