«Роснефть» компанияһы составына ингән «Башнефть» хеҙмәткәрҙәре йыл һайын «мәктәпкә бүләк» акцияһын үткәрә, уның барышында компания эшләгән төбәктәрҙең социаль учреждениеларында тәрбиәләнеүсе 700 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырыла.
Канцелярия, рюкзак, мәктәп һәм спорт формалары, аяҡ кейеме, йылы әйберҙәрҙән тыш, балалар юрған, мендәр, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен тәьмин итеү өсөн спорт инвентары ала.
«Уфаоргсинтез» заводы хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән, Өфөләге «Вместе» ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәрен мәктәпкә йыйырға ярҙам итте. Бүләктәрҙән тыш, ирекмәндәр балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрҙе. Ә балалар ижади номерҙар күрһәтте.
Башнефть Башҡортостан Һәм Удмурт Республикаларының, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренең, Ненец автономиялы округының 20-нән ашыу учреждениеһын шефлыҡҡа алған. Улар араһында араһында — Шаран районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приют, Ишембай районының Петровское ауылында балалар йорто, Канифоль балалар йорт-интернаты (Удмуртия), Изге Иоанн Кронштадтский исемендәге Ырымбур гимназияһы ҡарамағындағы «Преображение» көндөҙгө уҡыу үҙәге, Нарьян-Марҙағы «Наш Дом» үҙәге һәм башҡалар.Акция 2013 йылдан алып уҙғарыла.




