2022 йылдың октябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән доброволецтарға ла ошондай льгота ҡарала. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. - Улар илебеҙ өсөн көрәшеп ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, ҙур бурыстар үтәне. Дәүләт Думаһы был документты киләһе аҙнала ҡарай башлай, тип белдерҙе премьер-министр Михаил Мишустин.




