Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. – Быйыл был культураны 15 район хужалыҡтары үҫтергән. Әле 40 мең тонанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алынған. Гектар ҡеүәте 478 центнер. Раевка һәм Шишмә районы заводтары тулы ҡеүәтенә эш башланы. Быйыл предприятиялар яҡынса ике миллион тонна сөгөлдөр уңышын эшкәртергә иҫәп тота, тип яҙа Радий Хәбиров.




