Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында йәш шайморатовсылар өсөн профилле смена үтә. Унда төрлө район-ҡала белем усаҡтарынан олимпиада, спорт ярыштары һәм ижади конкурстарҙа уңыш ҡаҙанған уҡыусылар ҡатнаша. Алдынғы уҡыусылар өсөн республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты финалистары менән осрашыу уҙғарылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәптәрҙә Шайморатов кластары 5 йыл элек Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо. Хәрәкәт йылдам үҫешә, бөгөн унда-5 меңдән ашыу уҡыусы.
«Патриот» паркында йәш шайморатовсылар өсөн профилле смена тәүге йыл ғына уҙғарылмай. Быйыл унда ике йөҙҙән ашыу уҡыусы йәлеп ителгән. Үҫеп килгән быуын алты көн дауамында хәрби-медицина әҙерлеге үтә, этно-мәҙәни, спорт сараларында ҡатнаша.



