31 август-Ветеринарҙар көнө. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы тармаҡтың иң ҙур бүлексәләренең береһе. Ойошманың эш үҙенсәлектәре менән БЮТ ижади төркөмө яҡындан танышты. Тулыраҡ хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова яҙмаһында.
Врач кешене дауалай, ветеринар-бөтә кешелекте. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы Республикала иң ҙур коллективтарҙан һынала, мал иҫәбе лә бында бик күп.
Бөгөн ветеринария хеҙмәте белгестәре йәмәғәт секторына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси ихаталарға хеҙмәт күрһәтеүҙе камиллаштырыуға тос өлөш индерә. Бының өсөн кабинеттар санитария нормаларына тап килә, тейешле йыһаз алынған.
Баймаҡ районында йортһоҙ хайуандарҙың һанын контролдә тотоуға йүнәлтелгән эш тә даими алып барыла. Республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитеты «Йорт хайуаны» акцияһын иғлан итеү менән, Баймаҡ ветеринарҙары июнь айынан алып беҙҙең районда 80 эт һәм 112 бесәйҙе стерилләштергәндәр.
Был һөнәр эйәләрҙе хайуандар сәләмәтлеген күҙ уңынан ысҡындырмай, кеше сәләмәтлеген һаҡлап ҡала. Тап ветеринария хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенә яуаплы ҡарауы арҡаһында баймаҡтарҙың өҫтәлдәренә зыянһыҙ, зарарһыҙ ит, һөт ризыҡтары килә.
Рүзилә Ғүмәрова



