Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе ошондай күләмле сара уҙғарылыуы тураһында быйыл июлдә формаль булмаған берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙа хәбәр иткәйне. Атап үткәндә, ҡулланма сәнғәт һәм кәсептәр күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыуылы билдәләнде. Республикала халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә иғтибар ҙур, былтыр ғинуарҙа үткән оператив кәңәшмә барышында ла Радий Хәбиров ҡулланма сәнғәтте тергеҙеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуы тураһында фекерен белдерҙе.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышында ла төбәк етәксеһе республикала халыҡ кәсептәрен һәм яңы креатив проекттарҙы ҡеүәтләү эше дауам итәсәк тип билдәләгәйне. Киләһе йыл үтәсәк мәҙәни сараға килгәндә, ойоштороу комитетына фестивалде уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Күләмле проект кәсепселәргә тауарҙарын популярлаштырыу, һатыу һәм маркетинг өсөн дә яңы мөмкинлектәр аса.



