Был турала республика башлығы Радий Хәбиров «Газ для России» телеграмм каналына интервьюһында хәбәр итте. Башҡортостанда һуңғы дүрт йыл эсендә 185 ауыл-ара газ үткәргесе төҙөлгән, 87 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән, 16 мең йорт газға тоташтырылған. Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла 33 ауылды зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтрырыу күҙаллана. Байтаҡ граждандарға газ үткәреү өсөн льготалар ҡаралған. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалидтарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат бүленә. Ил Президенты Владимир Путин 2030 йылға Рәсәйҙе зәңгәр яғыулыҡ менән мҡмкин тиклем күберәк тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Беҙ уртаҡ көс менән ошо маҡсатҡа ынтылабыҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.



