Өфөнән Татьяна Овчинникова-«Финист» менән «Ҡарлуғас» электропоездарының 5 миллионынсы пассажиры

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша хәбәр итеп, Татьянаға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Билетты ул Силәбегә тиклемге яңы эскпрессҡа һатып алған. Кропачёв ҡасабаһында йәшәгән ағаһының тыуған көнөнә саҡырылған булған. Ҡыҙ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан иҫтәлекле бүләктәр алды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй тимер юлдары менән республикала йәшәүселәрҙең уңайлығын күтәреү буйынса алып барылған эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

«Хәрәкәттәге составты яңыртыу дауам итә, беҙҙең төбәк-был эш буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә», -тип яҙған Радий Хәбиров. Бөгөн төбәк буйынса 9 заманса электропоезд йөрөй, улар республикалағы һәр икенсе пассажирҙы йөрөтә. Яңы составтар Башҡортостанда йәшәүселәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, хәүефһеҙ һәм сағыштырып ҡарағанда арзан транспорт төрө. Республикала пассажирҙар инфраструктураһын яңыртыу, «Ҡала электричкаһы» проектын үҫтереү һәм күрше төбәктәргә яңы ҡала яны маршруттары ебәреү буйынса ҙур пландар ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ