Ишембай районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙамды даими оҙата

Алаҡай һәм Скворчиха ауылдарында йәшәүселәр ҙә ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылған. Маскировка селтәрҙәре үреү булһынмы, бал продукцияһы, шифалы үләндәр әҙерләүме-изге эш берҙәм көс менән башҡарыла. Алғы һыҙыҡтағыларға терәк булған замандаштарыбыҙ тураһында киләһе материал.

Мелисса, бөтнөк, һары мәтрүшкә менән ҡарағат япрағы... Ишембай районы Алаҡай ауылынан Рәмилә Ҡасҡынова шифалы үләндәр йыйып, уларҙы турап, киптереп, һауыттарға һалып, доғаларын уҡып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға оҙата. Тыуған яҡ сәләме.

Рәмилә Ҡасҡынова Алаҡай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. Ул урындағы халыҡты йыйып, клуб стеналарында маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре эшләүҙе ойошторған. Әлегә алғы һыҙыҡҡа йөҙгә яҡын септә оҙатылған. Скворчиха ауылында йәшәүселәр ҙә берҙәмлеге менән көслө. Ҡул эштәрен айырыуса хаҡлы ялдағылар оҫта башҡара.

Шифалы бал һәм үләндәр, тоҡлап картуф. Гуманитар ярҙам туплауға эшҡыуарҙар ҙа, умартасылар ҙа әүҙем ҡушылған. «Тиҙҙән барлыҡ продукция, маскировка селтәрҙәре һәм аҡсалата ярҙам хәрбиҙәргә барып етәсәк»,-ти ирекмәндәр. Тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индереүселәр...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ