Бөрөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды

Хәтер комплексын асыу тантанаһында хәрбиҙәрҙең туғандары, яҡташтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Мемориал хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм ватан һаҡсыларының яҡындары тәҡдиме менән сафҡа индерелгән. Һәйкәлде төҙөүгә аҡса уртаҡ көс менән йыйылған. Таҡтаташҡа шулай уҡ афған һуғышында һәм Тәньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк буған яугирҙарҙың исемдәре лә яҙылған.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ