Уҡытыусылар уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барлап, яңы маҡсаттар билдәләне. Семинарҙа ҡатнашыусылар мәғариф системаһында 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр, федераль министрлыҡ тарафынан раҫланған яңы ҡарарҙар буйынса эш планын билдәләне. Сентябрҙән уҡыу программаһында тарих фәне сәғәттәре күбәйтелә, туған яҡты өйрәнеү предметына ла иғтибар арта. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләһе көнүҙәк маҡсат булып тора.



