Башҡортостанда аҙна эсендә тәбиғәттә аҙашҡан кешеләр буйынса 6 осраҡ теркәлгән

Аҙна башынан Башҡортостанда тәбиғәттә, урманда һәм һыу ятҡылыҡтарында аҙашҡан, юғалған кешеләр буйынса алты осраҡ теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡотҡарыу хеҙмәте 11 кешегә, шул иҫәптән 2 балаға ярҙам күрһәткән. Бәшмәк йыйғанда, балыҡ ҡармаҡлағанда, тауға күтәрелгәндә ҡайтыр юлды таба алмаусылар, шулай уҡ һуңға ҡалып, яҡындарын хәүефкә һалыусылар ҙа булған.

Ҡотҡарыусылар тәбиғәттә үҙеңде тотоу буйынса ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра. Үҙең менән мотлаҡ рәүештә телефон һәм портатив зарядка ҡулайламаһы булырға тейеш. Яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙға билдәләнгән маршрут һәм ҡайтыр ваҡытты ла алдан хәбәр итеү кәңәш ителә. Һыуҙа ҡотҡарыу жилеттары тураһында онотмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиға булғанда, 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Бер кем дә урманға «Мин хәҙер аҙашам» тигән уй менән инмәй. Көтмәгәндә, билдәле маршруттан тайпылырға мөмкин. Шуға күрә бындай осраҡҡа алдан әҙер булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Үҙегеҙ менән кәмендә бер литр һыу, шырпы, телефон, компас, йылы кейем алығыҙ.

Николай Сынковский, «Лизаалерт» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды координаторы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ