Донбасҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин менән бергә «Саур-могила» мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды.
«Саур -могила» комплексы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был ерҙәрҙә барған ҡаты алыштар иҫтәлегенә 1967 йылда асылған булған. 2014 йылда Украина яғынан атыштарҙан һуң зыян күргән һәйкәл 2022 йылда ҡайтанан тергеҙелә. Ошо уҡ йылдың 8 сентябрендә-Донбасты немец-фашист ғәскәрҙәренән азат итеү көнөндә һәйкәлдә йәнә Мәңгелек ут тоҡандырыла.
Сара барышында Радий Хәбиров Башҡортостан яугирҙарына мөрәжәғәт итеп, уларға Ватанға хеҙмәте, ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Донецк Халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин Башҡортостан яугирҙарының махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә тос өлөш индереүен билдәләне. Башҡортостан башлығы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙарына һәм Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре вәкилдәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.




