Өфөлә «Һөт иле» ауыл хужалығы фестивале үтте

Ҡашҡаҙан майҙаҙында республика фермерҙары һәм һөт предприятиелары тиҫтәләгән төрлө продукция тәҡдим итте, һөт ризыҡтары күргәҙмәһе ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусы һәр кем һөт тәмләп ҡарап, туңдырма менән һыйланды. Сауҙа майҙансыҡтарында һөт продукцияһынан тыш, йәшелсә-емеш, ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде. Фестивалдә 100 мең самаһы кеше ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡашҡаҙан ял паркы ҙур ферманы хәтерләтә. Меңәрләгән кеше көтөп алған байрамға-Һөт иле фестиваленә йыйылды. Күләмле йәрминкәлә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һөт ризыҡтарын ауыҙ итеп фермерҙарҙан сифатлы продукция һатып алды. Дегустация ойоштороу өсөн майҙанға 13 мең тонна һөт килтерелгән.

Республикала 13-сө тапҡыр ойошторолған һөт иле фестивалендә эшҡыуарҙар төрлө продукция тәҡдим итә. Һөт, эремсек, сыр, ҡаймаҡ, ҡымыҙҙан башҡа бал, ит ризыҡтары, үлән сәйҙәре, йәшелсә-емеш, еләк, бәшмәктәр ҙә һатылды. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған эшҡыуарҙар Һөт иле сауҙа өсөн ҡулай майҙансыҡ тип гән фекерҙә.

Сарала һөт һәм һөт ризыҡтары етештереүсе 40-тан ашыу предприятие ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән эре компаниялар менән бер рәттән ауыл ерендә эшләгән йүнселдәр ҙә булды.

Башҡортостан эре мөгөҙлө мал һаны һәм етештерелгән һөт ризыҡтары буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Республикала һөт эшкәртеү буйынса 80-гә яҡын предприятие эшләй, улар ҙур запас менән төбәкте төрлө һөт продукттары менән тәьмин итә.

Рәсәйҙә иң ҙур һөт фестивале Башҡортостанда уҙғарыла. Өфөләр һәм ҡунаҡтар яратып өлгөргән байрам республика бренды булараҡ танылған. Былтыр сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, быйыл да һөт яратыусылар байрамға күпләп йыйылды. Ғәҙәттә фестиваль ике көн дауам итә, быйыл һауа шарттарын иҫәпкә алып һөт иле бер көн үтте.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ