Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы ваҡытында уның ҡурғанын киҫеп алалар тигән мәғлүмәтте иңҡар иттеләр. Постамент ҡуйылған ер участкаһын нығытыу ғына ҡаралған. Шулай уҡ нигеҙ өлөшөн нығытыу буйынса гидроизоляция уҙғарыласаҡ. Әле объектта гранит плитәләрҙе һүтеп алыу эше ойошторолған, улар ҙа артабан тергеҙелә. Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, постамент плитәләре лә, шулай уҡ ҡурған да дәүләт һағында.



