Шишмә районы Яңы Киевка ауылында йәшәүселәр тиҫтә йылдар дауамында юлһыҙ интегә

Ямғырлы йәйҙә, яҙын һәм көҙөн ауылға илткән юл аҡтарылып, тәрән кәлейә хасил була, еңел автомобилдәр, автобустар йөрөй алмай. Халыҡ ашығыс ярҙам каретаһы, янғын һүндереү хеҙмәттәре ваҡытында килеп өлгөрмәй, тип зарлана. Яңы Киевкаға илткән юлдарҙан БЮТ ижади төркөм лә үтеп ҡараны. Был турала ентекләберәек БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Киҙәк йылғаһы аша күпер емерелә башлаған. Бөтәһенә лә ауыр йөк ташыусы машиналар сәбәпсе, ти Кирилл Шутов. Ул Яңы Киевкаға малсылыҡ менән шөғөлләнеү теләге менән ҡайтып төпләнгән. Тиҫтә йылдар дауамында ул ҡатыны һәм улы менән ошондай хәүефле юлдарҙан йөрөргә, уларҙың насар сифаты арҡаһында һәр ваҡыт ут йотоп йәшәргә мәжбүр.

Төҙөлөш материлдары ташыу, үҙебеҙгә юл йөрөүе бик ауырға тура килә. Йортто көс-хәл менән һалып индек, ә барыбер алда тағы күпме йөрөргә тура киләсәк.

Кирилл Шутов, шәхси хужалыҡ тотоусы

Беҙҙең өсөн юл ғазабы -гүр аҙабы кеүек, Ямғыр яуып үтеүе беҙгә ҙур бәлә. Машиналар юлдар ҡыйғалап шыуып төшә.

Ауыл старостаһы Василий Нестеренко фекеренсә, янғындың артабан таралыуына күршеләре кәртә ҡуя, тиҙ арала телефон һандарын йыйып, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Һөйөнөскә күрә, ул көндә ел дә күршеләр яғына түгел, ә ҡаршы яҡҡа иҫә. Яңы Киевкалағы янғын хаҡында ошо бүрәнәләр, уттан зыян күргән ҡайын хәтерләтә.

Ә был йорттоң хужабикәһе Людмила Бушель. Тырыш ханым 40 сутый ерҙә еләк-емеш, күҙҙең яуын алған сәскәләр үҫтерә.Әммә Людмила Ивановна тиҙҙән төпләнгән урынынан күсеп китергә мәжбүр буасаҡмын, ти.

Тормош иптәшем вафат булғас, баҡса тәрбиәләү, юл йөрөү ауырлашты. Бында ҡалһам, ямғыр яумаһа ғына ярар ине тип күккә ҡарап торам. Юлһыҙлыҡ арҡаһында был йәннәт менән хушлашырға тура киләсәк.

Людмила Бушель, Яңы Киевка ауылында йәшәүсе

Яңы Киевкалағы биш саҡрым ярым юл Шишмә муниципаль районы милкенә ҡарай. Юлһыҙлыҡ мәсьләһенә Шишмә районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары аңлатмаһы.

Был юл участкаһына ремонт кәрәклеге хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Райондың юл фондында бюджет сикләнгән булыу сәбәпле, 2025-2026 йылдарҙа тулыһынса ремонт эштәрен үткәреү мөмкин түгел. Был юлдарҙан белгестәр менән махсус комиссия ла үтте. Улар ҡарары менән айырыуса проблемалы тип табылған участкалар ремонтланасаҡ. Сентябрҙә көндәр ҡоро торғанда карьер материалы һәм ҡырсынташ түшәйәсәкбеҙ.

Азат Ғәйнуллин, Шишмә районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм бәйләнеш буйынса урынбаҫары
Башбат

Был ауылда уҙған быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарына тиклем тормош гөрләп торған. Ауылда 170 хужалыҡ булған, малсылыҡ тармағы үҫешкән. Әммә перспективаһыҙ мөһөрө һуғылған ауылдан кешеләр күсенеп китеү яғын ҡараған. Һүнеп барған ауылға яңы һулыш бирергә теләүселәргшә юлһыҙлыҡ арҡаһында ҡорған уй-маҡсаттарын ауырлыҡ менән бойомға ашырырға тура килә.

Ямғыр яуып үтһә, был юлдарҙан ашығыс ярҙам каретаһы ла,янғын һүндереү машинаһы ла үтәп алмаясаҡ, тип борсола Яңы Киевка ауылында йәшәүселәр һәм улар был юлдарға тиҙ арала ҡырсынташ түшәлеүенә өмөтләнә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ