Радий Хәбиров эш сәфәре менән махсус хәрби операция биләмәһендә булды

Был республика етәксеһенең Донбасҡа алтынсы сәфәре. Радий Фәрит улы башҡорт һалдаттары менән осрашты. Төбәк башлығы билдәләүенсә, «Башҡортостан» полкы-иң һөҙөмтәле подразделениеларҙың береһе. Уның төп составында, башлыса, республикала тыуған ир-егеттәр хеҙмәт итә, әммә башҡа төбәктәрҙән дә яугирҙар бар. Ер аҫты позициялары ысын ҡаласыҡты хәтерләтә. Блиндаждарҙа командование пункты, ашхана, күнекмәләр залы ла бар. Радий Хәбиров яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы, шулай уҡ ғәҙәттәгесә, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика башлығы яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләрен дә тикшерҙе.

Быйыл майҙа Радий Хәбиров Алкино-2 хәрби часында булып, мотлаҡ хәрби поҙицияларға барырға вәғәҙә иткәйне. Төбәк етәксеһе үҙ һүҙендә торҙо. 12-се айырым инженер бригадаһы-Башҡортостандың ғорурлығы. Хәрбиҙәр алғы һыҙыҡта ысын конструкторлыҡ-производство бюроһын булдырған. Бында яугирҙар дрондарҙы модернизациялай һәм кәрәк-яраҡ деталдәрҙе 3д-принтерҙар ярҙамында баҫтыра. Радий Хәбиров хәрби инженерҙарға профессионализмы өсөн рәхмәтен белдереп, наградалар менән бүләкләне

Алтынсы эш сәфәрен тамамлап, Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә ҡыҙыҡлы күҙәтеүе менән уртаҡлашты. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙәге кеүек үк, Радий Фәрит улының бер нисә ҡушаматы барлыҡҡа килгән. Яугирҙар төбәк етәксеһен махсус хәрби операция биләмәһендә «Тимер» тип йөрөтә. Был исем яҙылған шеврон хәҙер төбәк башлығының кителен биҙәй.

Волна
Акции БСТ