Иглин районы Петрово-Федоровка ауылына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулды

Ошо уңайҙан ауыл эргәһендәге күркәм тәбиғәт ҡосағында байрам тантанаһы үтте. Сарала биләмә үҫешенә тос өлөш индергән ауылдаштарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары байрамға йыйылыусыларға сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Ошонда уҡ балалар майҙансығы эшләне, хужабикәләр милли аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Иглин ауыл советына ҡараған ауылда элек-электән татыу һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Ауылдаштар киләсәктә лә йәшәгән ер йәмен һаҡлауҙа бер төптән эшләргә килеште.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ