Өфөлә «ӘйҙәФест» урам театрҙарының юбилей фестивале уҙғарылды

Йәйҙең һуңғы 2 көнөндә «Арт-Квадрат»киңлеге асыҡ һауалағы ҙур сәхнәгә әүерелде Тамашасылар 13 ҡаланан килгән 140 артистың 30-ҙан ашыу спектаклен һәм шоуын йылы ҡабул итте. Программала-клоунада, пластик театр, документаль постановкалар һәм иммерсив акциялар. «ӘйҙәФест» бишенсе тапҡыр билдәләнде һәм башҡалабыҙ Өфөлә артистар ҡаланы сәхнәгә, ә тамашасыларҙы үҙҙәре менән бергә уйнарға саҡырҙы. Фестиваль традицион рәүештә арт-Квадрат үҙәгендә сағыу костюмдар менән үҙыуҙан башланды. Артабан ике көн дауамында төрлө сәхнәләр һәм шаршауһыҙ театр уйналды.

Быйылғы фестваль -бишенсе тапҡыр уҙғарылды, был беҙҙең өсөн бәләкәй генә юбилей йылы. Фестивалдең үҙенсәлеге өфөлөлөрҙе һәм башҡала ҡунаҡтарын иң яҡшы урам театрҙары ижады менән таныштырыу мөмкинлегендә. Тамашасылар «Запалки«, Не балет», «Туки-Луки» коллективтары һәм Санкт-Петербург һәм башҡалабыҙ Өфөнән сағыу сығыштар ҡарап ҡыуанды.

Рушана Зәйнуллина, «Әйҙәфест» фестиваленең техник директоры
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ