Уларҙың 45 меңе мәктәпкә тәүгә аяҡ баҫыусы 1-се класс уҡыусылары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Белем көнө менән ҡотлап, мөктәп тормошоноң һәр кемдең ғүмерендә мөһим һәм яуаплы осор булыуын билдәләне. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала йәш быуын мәктәптәр, колледждар һәм юғары уҡыу йорттарында сифатлы белем алһын, уларҙың үҫешенә бер нәмә лә ҡамасауламаһын һәм йөҙҙәренән шат йылмайыу китмәһен өсөн барыһын да эшләй. «Алда яңы осрашыуҙар, көтөлмәгән асыштар һәм сағыу тәьҫораттар. Барлыҡ уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр һәм педагогтарҙы 1 сентябрь менән ҡотлайым. бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем, тип белдергән Башҡортостан башлығы.




